Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 11:34

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының беренсе этабы көнө билдәләнде

Республиканың баш ҡалаһында йәнә иң шәп һыбайлыны һәм атты һайлайҙар. Өфөлә «Терра Башҡортостан» төбәк ат-спорт турниры 22 майҙа башлана. Был көндө «Аҡбуҙат» ипподромында ярыштарҙың тәүге этабы ойошторола, унда Әбйәлил, Күгәрсен, Тәтешле, Бишбүләк, Саҡмағош райондары вәкилдәре ҡатнаша. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ТерраБашкирия#Аҡбуҙат

Республиканың баш ҡалаһында йәнә иң шәп һыбайлыны һәм атты һайлайҙар. Өфөлә «Терра Башҡортостан» төбәк ат-спорт турниры 22 майҙа башлана. Был көндө «Аҡбуҙат» ипподромында ярыштарҙың тәүге этабы ойошторола, унда Әбйәлил, Күгәрсен, Тәтешле, Бишбүләк, Саҡмағош райондары вәкилдәре ҡатнаша.
Республика турнирының тура трансляциялары БСТ, «Вся Уфа», «Конный мир» һәм «СТ АРТ» телеканалдарында күрһәтелә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы былтыр «Терра Башҡортостан» турнирында Шишмә районынан 15 йәшлек жокейҙың еңеү яулауы тураһында хәбәр иткәйне.
Фото һәм сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: