Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Йылайыр районы Кананикольский ауылындағы бер ихатаға айыу балаһы килгән. Ул бөтөнләй хәлһеҙ булған. Уның әсәһен браконьерҙар үлтергәндер, тигән фекерҙә урындағы халыҡ.
Тайыш табанға тамға һалынған һәм ул паспортлы булған. Бәләкәскә Тишка тигән ҡушамат таҡҡандар һәм һунарсылыҡ хужалығына ебәргәндәр. Юлға айыу балаһына бер биҙрә бал биргәндәр.
"Әлегә уның урыны - Әлшәй районында, унда тейешле шарттар бар. Тайыш табанды алырға килгән егеттәр менән уның фотоһын ебәреп торорға һөйләшеп килештек. Ауырымаһын өсөн айыуға бал да бирҙек", - тип һөйләне Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов.