Ике сәғәткә яҡын барған сәйәхәттә фронтовиктар һәм тыл ветерандарының ялын ойоштороу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ә бына күңел асыу программаһын ветерандар үҙәре ойошторҙо. Улар йыр башҡарыу , вальс бейеү һәм шиғыр һөйләү буйынса һәләттәрен күрһәтте.