Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 15:00

«Өс таған» Новороссийскиҙа уҙған кинофестивалдә тамашасылар призын яуланы

«Өс таған» фильмы Новороссийскиҙа уҙған патриотик кино фестивалендә ҡатнашты. Картина «Тамашасылар фильмы» призын яуланы.

«Өс таған» фильмы Новороссийскиҙа уҙған патриотик кино фестивалендә ҡатнашты. Картина «Тамашасылар фильмы» призын яуланы.
Фильм менән режиссер Айнур Асҡаров таныштырҙы. Фестивалдә Рәсәй режиссерҙарының илһөйәрлек йүнәлешендәге 23 кинотаҫмаһы (тулы метражлы нәфис, документаль фильм) ҡатнашты. Алты көн дауамында барған фестивалдең төрлө майҙансыҡтарында ижади оҫтаханалар, Рәсәй кинематографының билдәле эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, концерттар, ижади кисәләр ойошторолдо.
Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның ошо уҡ исемле повесы буйынса төшөрөлгәйне. 2021 йылдың 4 мартында фильм Рәсәй прокатына сыҡты. Картина кинофестивалдәрҙә бер нисә тапҡыр приздар яуланы.
Читайте нас в