Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ашығыс рәүештә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты, шулай уҡ Ҡаҙандағы терактта зыян күргәндәрҙең һәммәһен дә Башҡортостан шифаханаларында бушлай реабилитация программаһы үтергә, ғаилә менән ял итергә саҡырҙы.
Бынан тыш, Радий Хәбиров зыян күргәндәргә республика күрһәтә алырҙай һәр төрлө ярҙам тәҡдим итте, тип белдерҙеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Радий Хәбиров Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановҡа, Ҡаҙан халҡына, мәрхүмдәрҙең туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын ебәрҙе.