Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 10:00

Иглин районында – «Хәтер баҡсаһы»

Халыҡ-ара экологик акцияла ҡатнашыусылар Иван-Казанка ауылы эргәһендә ағас ултыртты. Дөйөм көс менән майҙан 5 мең йүкә ағасы менән тулыланды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов та ҡатнашты.

Тиҫтә йылдар умартасылыҡ менән шөғөләннгән Фәнил Ғәләметдинов Иглин районында үткән экологик акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Йүкәләрҙең даими ҡырҡылыуына борсолған эшҡыуар ағастарҙы күпләп ултыртыу татлы бал алырға булышлыҡ итәсәк тигән фекерҙә. Яңы ултыртылған үҫентеләр бал ҡорттарына кәрәкле һутты 30 йылдан һуң ғына бүлә башлаясаҡ. Шуға ла умартасылыҡтың нигеҙе һәм киләсәге тап ошо йүкәләргә бәйле тип билдәләй йүнсел.
Йүкә үҫентеләрен ултыртыу өсөн Иван-Казанка ауылы эргәһендә ҙур өмә үткәрелде. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған «Хәтер баҡсаһы» акцияһында ирекмәндәрҙән тыш ағас эшкәртеү предприятиеһы ағзалары ҡатнашты. Йүкәләрҙе тәүгеләрҙән булып Башҡортостан хөкүмәте аппарататы етәксеһе Илшат Тажетдинов ултыртты.
Быға тиклем район умартасылары ағас етештереү ойошмаһына дәғүә белдергән осраҡтар булаған. Шуға ла предприятие йүкәләрҙе эшкәртеүҙән баш тартып ағастарҙы ултыртыу йүнәлешен дә алып бара. Башҡорт бренды булараҡ танылған бал продукцияһының сифатын һәм етештерелгән тауарҙың күләмен арттырыу дәүләт тарафынан ҡаралған өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора.
Читайте нас: