Байрам көнө һуңында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары В.И. Ленин исемендәге һәм “Моторостроитель” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандарға йыйылды.
Башҡортостан гәзите хәбәр итеүенсә, ике майҙанда 850-шәр залп яңғыраны. Уларҙың бейеклеге 200 метрға етте.
Фейерверктар алты минут дауамында янды.
Байрам салюты Өфөгә “Хеҙмәт һәм дан батырлығы ҡалаһы” почетлы исемен биреүгә лә арналды.
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә һәм Башҡортостандың һәр район-ҡалаһында тантаналы саралар уҙҙы.
Өфөнөң Октябрь проспектында тантаналы Еңеү парады уҙҙы.
Унда 1400-ҙән ашыу Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, башҡарма власть федераль органдары хеҙмәткәрҙәре, курсанттар, кадеттар, хәрби хеҙмәт һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы техникаһы ҡатнашты.