Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 21:15

МИН ҺЕҘҘӘН УҢДЫМ, ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫМ!

“Ғүмереңдең ҡайһы мәленә кире ҡайтыр инең?” тип кемдән генә һорама, барыһы ла тиерлек әсәйле-атайлы бала сағын һайлай. Был аңлашыла ла: сөнки һәр кемдең иң бәхетле сағы тап шул мәлгә бәйле. Ә мин шундай кешене беләм, ул үҙе бөтөнләй башҡа ауылда тыуып үҫһә лә, ғүмеренең ҙур өлөшө башҡа яҡта үтһә лә, беҙҙең бала сағыбыҙҙың ҙур өлөшө үткән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылын (тыуған ауылым Буранбайға ике саҡрым самаһы) “Ҡояш утрауы” тип атаған шиғырын шулай башлап ебәрә:

“Ғүмереңдең ҡайһы мәленә кире ҡайтыр инең?” тип кемдән генә һорама, барыһы ла тиерлек әсәйле-атайлы бала сағын һайлай. Был аңлашыла ла: сөнки һәр кемдең иң бәхетле сағы тап шул мәлгә бәйле. Ә мин шундай кешене беләм, ул үҙе бөтөнләй башҡа ауылда тыуып үҫһә лә, ғүмеренең ҙур өлөшө башҡа яҡта үтһә лә, беҙҙең бала сағыбыҙҙың ҙур өлөшө үткән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылын (тыуған ауылым Буранбайға ике саҡрым самаһы) “Ҡояш утрауы” тип атаған шиғырын шулай башлап ебәрә:
Йәшлегеңә ҡайт тиһәләр,
Сыңғыҙға ҡайтыр инем...
Ул – яҡташым Низамова Флүрә Усман ҡыҙы 1951 йылдың 9 майында Баймаҡ районының Билал ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1977 йылдан алып Әбйәлил районының Хәлил урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып, 1980-84 йылдарҙа Хәлил ауыл Советы депутаты һәм башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Мәктәптә оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға юғары категориялы уҡытыусы булып китә. Флүрә Усман ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конкурсының тәүге финалистарының береһе, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 2003 йылғы лауреаты, Баймаҡ районы «Һаҡмар» гәзите дипломанты (2009), Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012), «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән наградланған, «Күңел дәфтәре» (2006), «Күргәндәр-кисергәндәр» (2007), «Әбйәлил батыры» (2011), «Ҡыҙыл буйы ҡыҙырым» (2012), «Был донъялар ожмах икән» (2013) китаптары авторы. «Әбйәлил батыры» Башҡортостан китап нәшриәтендә электрон китап булып та донъя күрә.
“Ағиҙел” журналын альтернатив юл менән тарата башлағас, ул ярҙам итеү теләге менән мине телефон аша эҙләп тапты. Барҙым Хәлилгә. Сәй эсеп ултырғанда баяғы Сыңғыҙ ауылына бәйле шиғыр юлдарының сере лә асылды. Баҡтиһәң, Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 5-се класта Флүрә Усман ҡыҙы беҙҙе рус теленән уҡытып киткән икән. Шуныһы ғәжәп: ул һәр ҡайһыбыҙҙы, тәртибебеҙҙе, нисек уҡыуыбыҙҙы, хатта кемдең кемгә записка яҙғанын иҫләй булып сыҡты. Беҙ Буранбайҙан бер йылғылар Сыңғыҙға 23 бала барғайныҡ. Беҙҙе уҡытыусыбыҙ “зәңгәр күҙле Буранбай малайҙары” тип иҫендә ҡалдырған икән. Тағы ла уның һәр беребеҙгә бәйле ваҡиғаларҙы бәләкәй деталенә тиклем иҫләүе хайран итте. Мин, баҡтиһәң, өндәшмәҫ, шым булғанмын. Шулай һөйләшеп ултыра торғас, ул саҡтағы фотоларын ҡарағас, үҙем дә иҫләнем бары бер йыл ғына беҙҙе рус теленән уҡытып киткән Флүрә Усман ҡыҙын.
Ул ғәжәйеп һоҡланғыс, төрлө йүнәлештәге һәләте булған, киң эрудициялы шәхес, инсан. Бер үк ваҡытта ғәҙелһеҙлектәрҙе ене һөймәгән принципиаль зыялы, шул уҡ ваҡытта үтә нескә хисле лирик ижадсы, ғүмере буйына хеҙмәт иткән һөнәре буйынса тәрән белгес, халҡыбыҙҙың яҙмышы өсөн йәнен фиҙа ҡылыусы көрәшсе. Ҡыҫҡаһы, хәҙерге заман башҡорт зыялыһына ниндәй сифаттар хас булһа, уларҙың барыһына ла эйә Флүрә Усман ҡыҙы. Туған телебеҙҙәге баҫмаларға иғтибар кәмеүен иҫендә тотоп, ул тиҙ арала Хәлилдә 20 кешене “Ағиҙел”гә яҙҙырып, тарата башланы. Был да бик мөһим күрһәткес, сөнки ҡайһы ваҡыт үҙең аралашып йөрөгөн даирәлә бер кешене лә өгөтләп журналға яҙҙырып булмай. Тимәк Хәлилдә Флүрә Усман ҡыҙын ихтирам итәләр. Айына бер тапҡыр журнал алып килгәндә осрашып торабыҙ. Килгән һайын сәй эсермәйенсә ебәрмәй, Айрат еҙнәй ҙә махсус рәүештә балыҡ тотоп, ҡәйнешем, тип әйҙүкләп тора.
Бөйөк Еңеү көнөндә, бигерәк тә изге Рамаҙан айының Ҡәҙер кисе таңында Флүрә Усман ҡыҙы үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Барлыҡ изге теләктәремде бергә туплап, шулай тип кенә әйткем килә: МИН ҺЕҘҘӘН УҢДЫМ, ХӨРМӘТЛЕ УҠЫТЫУСЫМ!
Халыҡ шағиры әйтмешләй, һеҙ минән уңдығыҙмы икән?
Барлыҡ уҡыусыларығыҙ, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре исеменән –

“Зәңгәр күҙле Буранбай малайҙары”нан берәү.

Флюрә Низамованың лирик шиғырҙарын уҡығанда хистәренең самимилығына, шағирәнә асылының камиллығына, һағыштарының тәрәнлегенә хайран ҡалмау мөмкин түгел. Бындай шиғырҙары уның үҙе бер китаплыҡ.

Ҡалдырманыҡ

Әбейҙәрҙән көлә-көлә
Әбей булып барабыҙ.
Үҙебеҙҙән көлмәйенсә
Һис тә юҡтыр сарабыҙ.
Һөйләйем тип ауыҙ асһаҡ,
Илап ҡына барабыҙ.
Шәп атлайым тигәнсә лә
Ҡолап ҡына барабыҙ.
Беҙҙең дә бар ине бит һуң
Елдәй елгән сағыбыҙ –
Мәңгелектең ҡосағында
Ата ине таңыбыҙ.
Беҙҙең өсөн барлыҡ донъя
Ҡыҙыҡтан тора ине,
Аҡ болоттарға ултырып,
Хыялдар ҡора инек.
Яҙмыштарҙы ерҙән түгел,
Күктән генә көттөк беҙ,
Күңелебеҙгә ятмағанды
Ҡараш менән өттөк беҙ.
Баҙнатһыҙҙы балауыҙ тип,
Йығылып көлөр инек,
Уйһыҙ осҡан һүҙҙәр менән
Урталай телер инек.
Беҙ кейенеп үткән саҡта
Ятып ҡарап ҡалдылар.
Яратҡандар, көнсөлдәре
Шәмһеҙ утта яндылар.
Алһыу күҙлек, аҡ хыялдар
Селпәрәмә килде шул,
Ике ҡулың битте йыуһа,
Йыуа икән ҡулды-ҡул.
Беҙ балауыҙ тигәндәрҙең
Донъяһы бына тигән.
Йәрҙәре лә мин-мин тиеп,
Танауын күккә сөйгән.
Беҙҙең ғүмер ҙә заяға
Үтеп китмәне былай:
Хөкүмәткә хеҙмәт иттек,
Үҫтерҙек ҡыҙ үә малай.
Һомғоллоҡто, һылыулыҡты
Балаларға өләштек,
Тап уртаһында ҡайнаныҡ
Тормош тигән көрәштең.
Биттәребеҙ сырышһа ла,
Күңелдәрҙә сырыш юҡ,
Ейәндәрҙе көтөшкәндә
Беҙҙән ғәйре тырыш юҡ.
Бейек үксә туфлиҙарҙы
Алыштырҙыҡ галошҡа,
Үкендерһә лә үткәндәр,
Һыр бирмәйбеҙ һағышҡа.
Үәт әбей тип илай-көлә
Алға табан барабыҙ.
Көллө һынау кисерһәк тә,
Ҡалдырманыҡ ҡара эҙ.

Ерҙә йәмле йәй ине

Ерҙә йәмле йәй ине.
Күктә тулған ай ине.
Тимерҡаҙыҡ ян(ы)на саҡырып,
Ихлас ҡул болғай ине.
Ете йондоҙ етәкләшеп,
Уйнай ҙа уйнай ине.
Ике күңел ҡауышҡанын
Йылғалар йырлай ине.
Күктең ергә серен сискән
Илаһи бер мәл ине.
Өмөт менән Һағыштың
Ҡауышыуына тәл ине.
Еләктәр бешкән ине,
Өҙөлөп төшкән ине.
Тәмкәйҙәре тамылйып,
Иренгә күскән ине.
Еләктәрҙең тәменән дә
Ирендәр шешкән мәл ине.
Тик, ниңәлер, был мөхәббәт
Шундайын да йәл ине.
Һинең ирен бал ине,
Минең ирен тәм ине.
Балдың тәмгә яғылыуы
Йәм өҫтөнә йәм ине.
Минең күңел ҡолон ине,
Һинең күңел тай ине.
Икебеҙҙең йылы ҡосаҡ
Яңы бешкән май ине.
Һинең йөрәк сәскә булһа,
Минең – күбәләк ине.
Беҙҙең өсөн бөтә донъя
Күлдәй түңәрәк ине.
Һандуғастар айлы кисте
Маҡтай ҙа маҡтай ине.
Саҡтың Суғы, парын эҙләп,
Һыҡтай ҙа һыҡтай ине.
Бар йыһанда, бар ғәләмдә
Тик беҙ икәү бар инек.
Ник ҡәҙерен белмәнек,
Пар инек бит, пар инек?

Һөйөү хаҡы

Һинең яҡтан елдәр иҫмәй,
Һағыш ҡаплаған күкте.
Ғәжәп итеп ҡарап торҙом:
Ҡояш үҙе тубыҡланып,
Тауҙы ҡосаҡлап үпте.
Күл-урмандар шым-шым ғына
Бышылдашты үҙ-ара,
Ҡаялағы яңғыҙ ҡайын
Оялдымы - ҡыҙара.
Бөркөттәрҙең һөйгән ерен
Төйәк иткән таҙғара.
Дауыл тауҙы туҙҙырмаҡсы,
Аҫтан ятып ажғыра.
Күлде биҙәр ҡамышың да
Тауға ҡарап шыуышҡан.
Әлдә әҙәм урын биргән
Үҙе ҡорған ҡыуыштан.
Ҡояштан ҡалған бер нурға
Ҡыҙынып ята йылан.
Шыуғалаҡтың биләменән
Арыраҡ боҫҡан ҡуян.
Яңғыҙ ҡайынға һыйынған
Өркөп ҡасҡан ҡоралай,
Ҡоралайҙың ҡотон алған
Мылтыҡ аҫҡан ҡырағай.
Ҡояш — бейек, тау — түбәндә,
Ҡайҙан килә был дуҫлыҡ?
Ҡәһәтләнеп, теш ҡыҫып та
Бер кем ҡылалмай хаслыҡ.
Яңғыҙ ҡайын хәлендәмен,
Күрәм дә күҙем йомам.
Ҡоралайҙы ҡотҡар, тиеп,
Ҡояшҡа ҡулым һонам.
Ҡояшҡа ла ышаныс юҡ,
Ҡасыр болот артына.
Бик һирәктер башын һала
Оло һөйөү хаҡына.

х х х
Сын-сынаяҡ сылтыраны,
Сатнап китте, ватылды.
Шул мәл тертләп, минең йөрәк
Йондоҙҙарға атылды.
Шунан алып минең күңел
Ерҙә түгел, күктәрҙә.
Әйҙә, һин дә минең янға,
Бурысыңды үткәр ҙә.
Рәнйегәндәр күккә ашыр
Әҙәмдәр тарафынан.
Бик һағынһаң, эҙлә мине
Йондоҙҙар араһынан.
Фани донъя бәндәләргә
Тик әүрәткес, сын алдаҡ.
Һинең менән булған мәлем
Сыңғыр тәңкә, сың балдаҡ.
Күктәрҙә йондоҙ атылһа,
Минең сәләмем булыр.
Көмбәҙгә берәй бағырға
Бәлки, әмәлең булыр?

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
451-се күҙәтеү.
Читайте нас: