2020 йылда Башҡортостан халҡына 987146, ә быйылғы йыл башынан 371188 электрон больничный биргәндәр. Был турала Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса Төбәк бүлексәһендә белдерҙеләр. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың 21 мартына 42819 электрон хеҙмәт кенәгәһе тапшырылған.
Документтар әйләнешен һанлы итеүгә күсереүҙең артабан нисек барасағы тураһында күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышев һөйләне.
– Был йәһәттән Рәсәй халҡын көткән төп үҙгәреш – электрон паспорттарҙы ҡулланышҡа индереү, – тине ул. – Мәскәүҙәр яңы форматтағы документты быйыл 1 декабрҙән ала башлаясаҡ, төбәктәрҙә бындай мөмкинлек 2023 йылдың уртаһында барлыҡҡа киләсәк.
Электрон паспорт хужаһының фоторәсеме, исем-шәрифе һәм тыуыу датаһы ҡуйылған пластик картанан ғибәрәт. Уға кешенең шәхси һәм биометрик мәғлүмәттәре индерелә, шул иҫәптән – йөҙө, бармаҡ эҙҙәре һәм теркәлеү адресы. Кешенең үҙ теләге буйынса смартфонға ҡушымта – граждандың мобиль идентификаторы – ла индерелә ала. Уның буйынса, мәҫәлән, почтанан посылка алырға, авиа һәм тимер юл билеттары һатып алырға мөмкин һәм башҡалар.
Кеше дәүләт менән даими мөнәсәбәттә йәшәй һәм электрон паспорт гражданға кәрәк булып торған бөтә көнүҙәк мәғлүмәттәр өсөн берҙәм асҡыс ролен үтәйәсәк. Электрон паспорт алырғамы, юҡмы икәнен һәр кем үҙе генә хәл итә.
Фото: "Аргументы и факты"