Президент гранттары фондының генераль директоры Илья Чукалиндың 29 апрелдәге 14-р һанлы бойороғона ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондына грант биреү раҫланған. Ул конкурс нигеҙендә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам өсөн тәғәйенләнә. Федераль грант республика бюджетынан бүленгән финанстар менән бергә был ойошмаларҙың социаль әһәмиәткә эйә проекттарына ярҙамға йүнәлтеләсәк. Шулай итеп, Башҡортостандағы гранттар конкурсының дөйөм бюджеты 164,8 миллион һум тәшкил итәсәк. Конкурста ҡатнашыр өсөн ғаризалар май уртаһынан башлап ҡабул ителә башлар, тип күҙаллана.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: республика Башлығы Президент гранттары фондына заявканы ағымдағы йылдың февралендә ебәргән, ә 3 мартта Координация комитетының Президент хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары С.Кириенко етәкселегендә үткән ултырышында Рәсәй төбәктәренә бүленәсәк гранттарҙың суммаһы раҫланған.
Гранттарға ғариза биргән 84 субъект араһында республика иң ҙур ярҙамға лайыҡ булған. Топ-3-кә Мәскәү һәм Белгород өлкәләре лә ингән (53 һәм 52,4 миллион һум).