Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2021, 11:04

Тамара Танһыҡҡужина етенсе тапҡыр халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы титулын яҡланы

Варшава ҡалаһында шашка буйынса донъя чемпионы титулы өсөн ярыш тамамланды. Яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина етенсе тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Был юлы уға финалда Польша спортсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы Наталья Садовская менән көрәшергә тура килде.

Белеүегеҙсә, был юлы Тамара өсөн көрәш бик көсөргәнешле булды, хатта уның өҫтәленән Рәсәй флагын да тартып алып ҡуйҙылар. Әммә сәмле, тырыш яҡташыбыҙ был юлы ла һынатманы. Иң көслө ике ил шашка оҫталары араһындағы биш партияла көс һынашыу тигеҙ иҫәпкә тамамланды. Хәл иткес алыштың еңеүсеһе алтынсы партияның һуңғы минуттарында ғына асыҡланды. Унда яҡташыбыҙ еңеү яуланы һәм йәнә донъяның иң көслө шашкасыһы титулын һаҡлап ҡалыуға өлгәште. Афарин, Тамара!
Беҙ ҙә Тамара Танһыҡҡужинаны оло еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабан да алда бик күп еңеүҙәрегеҙ булһын, һәр саҡ алдығыҙға ҡуйған маҡсатҡа ынтылып йәшәгеҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм ҡыуанабыҙ, Тамара!
Спортсыны социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. "Ҙур һәм етди еңеүегеҙ менән тәбрикләйем. Һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар теләйем", - тип яҙҙы төбәк етәксеһе.
Читайте нас: