Елдәр йөрөй яңы көй сығарып,
Сиртеп ҡылын яҙғы кистәрҙең.
Тәбиғәттең кәләш кенә сағы,
Уйнап торған сағы хистәрҙең.
Ул өләшә бөгөн бүләк итеп
Яландарҙың сағыу балҡышын,
Күктең сыңлап торған зәңгәрлеген,
Ағастарҙың йәшел алҡышын,
Елен, гөлөн, йырын, бар ҡошон.
Тәбиғәттең кәләш кенә сағы.
Эйе, бөгөн башҡа ул, башҡа:
Тетрәнеүле ҡайнар өмөт менән
Баҡҡан ғына сағы ҡояшҡа.
Тәбиғәттең кәләш кенә сағы.
Берүк абай була күрегеҙ:
Яман һүҙҙәр әйтеп өркөтмәгеҙ,
Ҡайта күрмәһен, тим, күңеле.
Тәбиғәттең кәләш кенә сағы...