Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2021, 21:46

БЕР ВАҠЫТ ҠЫНА

Умырзая сәскә ата – бер ваҡыт ҡына, Ҡыштар үтеп яҙҙар ҡайта – бер ваҡыт ҡына. Күкрәп сәскә атҡан саҡтар – бер ваҡыт ҡына. Йәшлҽк ваҡыт, матур ваҡыт– бер ваҡыт ҡына. Ярһыу ташҡын кеүек саҡтар – бер ваҡыт ҡына.

Умырзая сәскә ата – бер ваҡыт ҡына,
Ҡыштар үтеп яҙҙар ҡайта – бер ваҡыт ҡына.
Күкрәп сәскә атҡан саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Йәшлҽк ваҡыт, матур ваҡыт– бер ваҡыт ҡына.
Ярһыу ташҡын кеүек саҡтар – бер ваҡыт ҡына.

Балалар үҫтҽргән саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Ҡанаттар яңыртҡан саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Күкрәктәрҙән ҡоштар осор – бер ваҡыт ҡына.
Ҙур тормоштар ҡосҡан саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Алма кеүек матур саҡтар – бер ваҡыт ҡына.

Һөйөр саҡтар, һөйөнөр саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Имән кҽүҽк таҙа саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Тимерҙәрҙҽ өҙөр саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Яңы йорттар өйөр саҡтар – бер ваҡыт ҡына.
Кешеләргә кәрәк саҡтар – бер ваҡыт ҡына.

Беҙҙең былай күрешеүҙәр – бер ваҡыт ҡына.
Ҡүнаҡтарға йөрөшөүҙәр – бер ваҡыт ҡына.
Ғүмҽр үтә, бөгөн йәшәйҽк – бер ваҡыт ҡына.
Матур йәшәйҽк, бҽлҽп йәшәйҽк – бер ваҡыт ҡына.
Яҙмыштарға яҙған ваҡыт – бер ваҡыт ҡына, бер ваҡыт ҡына.
Зифа Нагаева
Читайте нас: