Герой иҫтәлегенә ойошторолған ярыш көсөргәнешле үтте. Бәйге һөҙөмтәлре буйынса ике йәшкә тиклемге башҡорт аттары араһында беренсе урынды Илназ Мостафин яуланы. Эш аттары ярышҡан икенсе заезда Наталья Абуллинаға етеүсе булманы. Ҡалған дистанцияларға килгәндә, Учалы, Сибай һәм Баймаҡ районы вәкилдәре алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Бәйгеселәр артабан Терра-Башҡортостан ат спорты турнирында ҡатнашасаҡ.