Белорет районының Сәрмән ҡасабаһында иртәнге сәғәт етелә газ үткәргес торбалары яна башлай.
БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүселәр юҡ.
Янғын сығыуы сәбәпле Өфө-Инйәр-Белорет юлының 205 километрында автотранспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Сәрмән ауылы аша урап үтеү ойошторолған.