Тарихи датаға бәйле сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең белемен төрлө майҙансыҡтарҙа һынап ҡараны. Башҡортостанда ойошторолған яҙма эште Дәүләт Думаһы һәм төбәк парламенты депутаттары, етәкселәр, студенттар һәм акцияға ҡушылырға теләүселәр яҙҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы иғлан иткән патриотик сара Халыҡ-ара кимәлдә өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.