Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Бер әсәнең һөтөн имгәнбеҙ,
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.
Бер туғандар бит беҙ!
Бер оянан
Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ,
Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып,
Күҙ йәштәрен бергә йотҡанбыҙ.
Бөтәһе лә уртаҡ ине лә бит…
Нимә булды, апай-ағайҙар?
Һәр берегеҙ хәҙер үҙен генә
Башҡаларҙан өҫтөн һанайҙар…
Бер тыуғаның өсөн йән атыуҙы
Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар.
Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы,
Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?!
Баш эймәйем тиеп күкрәк ҡағыу
Яратҡандар өсөн хас түгел,
Яратҡандар яһай тәүге аҙым,
Яратҡанда ғына саф күңел.
Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн
Бер туғандар итеп яратҡан.
Мин яратам һеҙҙе, туғандарым!
Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!