Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова әҙәбиәт һөйөүселәр, үҙенең очерк геройҙары менән осрашты.
Милли әҙәбиәт донъяһында геройҙарҙың китап уҡыусылар менән осрашыу үткәне булмаған. Кисә, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары өсөн иҫтәлекле булды. Улар халыҡ яҙыусыһы, әҫәр геройҙары менән дә күҙгә-күҙ ҡарап һөйләште.
Тап шуға ла был үҙенсәлек башҡорт журналистикаһының очерк жанрына яңылыҡ булып килеп инә. Таңсулпан Ғарипованың бар әҫәрҙәре лә, ғөмүмән, ысынбарлыҡтағы геройҙар.
Яҙыусы менән осрашыу үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә кәрәк. Әҙәбиәт һөйөүселәр Таңсулпан Ғарипованың проза, очерк нескәлектәренә төшөнөп ҡалманы, яҙыусының автографы менән китап алып та ҡыуанды.