Вәдүт Ғәйфулла улы Ишембай районының Ураҙбай ауылында тыуып үҫкән. 1993 йылда – Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, 2005 йылда Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
Вәдүт Исхаҡов үҙенә лә, башҡаларға ла талапсанлығы, теүәллеге менән абруй ҡаҙанған шәхес. Республиканың төп баҫмаһының йөкмәткеһен байытыуға, уны уҡымлы итеүгә, тиражын арттырыуға күп көс һала. Журналистар союзы рәйесе булараҡ, ойошманың эшен йәнләндереүгә ныҡлап тотондо.
Хөрмәтле Вәдүт Ғәйфулла улы! Һеҙҙе матур байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һау-сәләмәт булып, рух тыныслығы, күңел көрлөгө менән йәшәргә, алда ла яңы үрҙәр, бейеклектәр яуларға яҙһын.
Оло хөрмәт менән, “Ағиҙел”дәр.