Химия фәндәре докторы, профессор, III “Рәсәй лидерҙары” конкурсы финалсыһы Вадим Захаров Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесе итеп тәғәйенләнгән.
Ул яңы вазифала үҙәктең ойоштороу структураһын камиллаштырырға, электрон мөхитте үҫтерергә йыйына.
Вадим Захаров 1975 йылдың апрелендә тыуған. 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 2000 йылда ошонда уҡ аспирантурала, унан докторантурала белем алған. Былтыр “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбендә белем биреү программаһын үткән.
2012 йылдан алып бөгөнгә тиклем Башҡорт дәүләт университетында ғилми һәм инновация эше буйынса проректор булған.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә өс йыл элек 14 юридик берекмәне, шул иҫәптән поликлиниканы ҡушҡан булғандар. Әммә шул саҡтан алып ойошма “туңдырылған” формала эшләй һәм ҡушылып бөтмәгән. Ваҡытында вәкәләттәр бүленмәгән, идара итеү структураһы камил түгел.
"Күп профилле тикшеренеү үҙәгенең мөмкинлектәрен дисциплина-ара тикшеренеүҙәр булдырып файҙаланырға йыйынам. Бының өсөн административ кәртәләрҙе кәметергә кәрәк. Шулай уҡ электрон мөхитте үҫтереү зарур. Процестарҙы максималь рәүештә һанлаштырыу кәрәк", - ти Вадим Захаров.
Өс миҙгел дауамында “Рәсәй лидерҙары” конкурсын үткәреү дәүерендә унда еңгән 270-тән ашыу кеше юғары вазифалар алған. Алты еңеүсе федераль министр урынбаҫары, ике кеше төбәк етәксеһе, дүрт кеше ҡала мэры булып киткән. Бынан тыш, баш табиптар, ректорҙар һәм проректорҙар, губернаторҙар урынбаҫарҙары, төбәк министрҙары, эре компаниялар топ-менеджерҙары байтаҡ.