Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 13:33

Өфөнөң сауҙа үҙәгендә тәүге намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды

«Башҡортостан» лайф-стайл үҙәгендә республикала сауҙа үҙәгендәге беренсе намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды. Был хаҡта Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдерҙеләр. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Намаҙ#Ислам

«Башҡортостан» лайф-стайл үҙәгендә республикала сауҙа үҙәгендәге беренсе намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды. Был хаҡта Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдерҙеләр.
«Ғибәҙәт ҡылыу өсөн күп кәрәкмәй: таҙа яҡты бина. Ошо ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә ун квадрат метр етә. Был бүлмәләр мосолмандарҙан тыш, намаҙ уҡыуҙы тыныс ҡына башҡарырға теләгәндәрҙең һәммәһе өсөн дә асыҡ», — тип билдәләне Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин.
«Юлсы» проекты етәксеһе Алмаз хәҙрәт Вәлиев һүҙҙәренсә, әле тимер юл станцияларында ошондай бүлмәләр асыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла.
«Өфө тимер юл вокзалы бинаһында шундай бүлмә булырға тейеш, — тип иҫәпләй Алмаз хәҙрәт. — Был эш Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының башҡа эш йүнәлештәренә: Башҡортостан трассаларында модулле ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләрен төҙөү һәм сәйәхәтселәр – республика ҡунаҡтары һәм уның халҡы өсөн хәләл-френдли ойоштороу проектына ла оҡшаш», — тип билдәләне ул.
Читайте нас в