Сарала республика район-ҡалаларынан уҡыусы һәм студенттар ҡатнашты. Бөтәһе 600-гә яҡын кеше ғариза ебәргән, шуларҙың 160-ы һайлап алынған. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап, белем алыу - проекттың төп маҡсаты.