Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 14:15

Өфөлә күренекле тележурналист һәм дәүләт эшмәкәре Булат Ураҙбаев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Сарала республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, шәхестең дуҫтары һәм яҡындары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БулатУраҙбаев#Мәңгеләштереү

Тамашасыларға ғәҙел, тура һүҙле, тәжрибәле журналист булараҡ таныш Булат Ураҙбаев 40 йылға яҡын ғүмерен телевидениеға арнаны. Уның төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән тапшырыуҙарында республика тормошоноң көнүҙәк мәсьәләләре урын алды.
Булат Ураҙбаев ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләп бай йөкмәткеле тапшырыуҙар әҙерләп өлгөрә. Журналист 2011 йылдың сентябрендә «Үткән ғүмер» телевизион проектының премьераһы алдынан вафат була.
Тележурналистың эшмәкәрлеге киң мәғлүмәт саралары менән генә сикләнмәй. Булат Насир улы 12-се саҡырылыш Башҡортостан Юғары Советы, беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Юғары Советта экология һәм тәбиғәт сығанаҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы була.
Мәғлүмәт һәм фото bash.news сайтынан тупланды.
Читайте нас: