(Мал) яҙ үлмәһә, көҙ үлмәҫ.
Яҙ киреләһә, көҙҙән яман.
Яҙғы көн - ялман ҡойроғо.
Яҙға сыҡҡан атты яуҙан да йәлләмә,
Көҙгә кергән атты кейәүеңә лә бирмә.
Яҙғы буран йәш улан: үҙе ҡолай, үҙе илай.
Яҙғы сәсеү — бер генә ваҡыт.
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра.
Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме көлтә менән.
Яҙ көнө ялман ҡойроғо ла аш.
Яҙғаны булһа, яҙ башында ашарбыҙ әле яҙ ашын да.
Көҙгө боҙ көҙгөләй булһа ла ышан,
Яҙғы боҙ ярҙай булһа ла ышанма.