Кисә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Рәсәй Геройҙары көнө” акцияһының гала-концерты булды. Сара илебеҙҙең Хеҙмәт геройы Иосиф Кобзон иҫтәлегенә арналды.
Концерт алдынан матбуғат конференцияһы ойошторолдо, унда Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Кобзон” мәҙәни фонды президенты Нинель Кобзон, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашты.
Гала-концерт барышында Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройы Иосиф Кобзон исемендәге призға ойошторолған Төбәк патриотик йыр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Гран-приға Ринат Хуззәтов лайыҡ булды, беренсе дәрәжә лауреаттары Алиса Жумагалиева, Радмир Хәсәнов һәм Марина Васильева булды. Улар 11 сентябрҙә Мәскәү ҡалаһында үтәсәк конкурстың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.
Сәләмләү телмәре менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин сығыш яһаны.
– Рәсәй, уның бөйөклөгө менән ассоциацияланған Иосиф Кобзон ижады – үҫеп килгән быуын өсөн өлгө, беҙ был нигеҙгә һәр саҡ таянабыҙ. Ҙур шатлыҡ менән был проектта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан ерендә сәләмләйбеҙ. Иосиф Давыдович – кеше-дәүер, уның матур йырҙарында үҫеүем менән ғорурланам. Миңә һигеҙ йыл уның менән Дәүләт Думаһында бергә эшләү бәхете тейҙе. Һеҙгә, Нелли Михайловна, матур башланғыс өсөн, быуындар күңелендә патриотизм рухы, Ватаныбыҙға, кешеләргә сикһеҙ һөйөү уятҡанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине ул.
Гала-концерт сиктәрендә Геройҙарҙы, Башҡортостандың хеҙмәт ветерандарын тәбрикләү булды. Улар республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡулынан наградалар алды.
Ҙур концертта Рәсәйҙең халыҡ артисы Лариса Долина, халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты Марина Девятова, “Республика” төркөмө, шулай уҡ Иосиф Кобзон исемедәге конкурстың төбәк еңеүселәре ҡатнашты. Сараны теле- һәм радио алып барыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Анна Шаталова һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Даниил Спиваковский алып барҙы. Концерт “Кобзон” мәҙәни фонды ярҙамында үтте.