Мәскәү ҡалаһындағы ижади яҡташтарыбыҙҙы берләштергән “Сесен” ойошмаһы менән “Алтынай” бейеү коллективы Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналының “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында ҡатнашты. Тапшырыу эфирға 8 майҙа сығасаҡ. Программа ваҡытында Әлфиә Агееваның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт аттары араһынан бер үҙе генә иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған Ҡорос-Керчь исемле атҡа бағышлап яҙған “Керчь” тигән йыры ла яңғыраясаҡ.