Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 14:50

Башҡортостан асыҡ һауала музей булдырыу өсөн 3 гектарҙан ашыу ер алды

Дәүләт милке менән идара буйынса федераль агентлыҡ асыҡ һауала архитектура-этнография музейын булдырыу өсөн майҙаны 3 гектарҙан ашыу ер участкаһын Башҡортостан милкенә тапшырҙы. Был хаҡта ведомствоның сайтында хәбәр ителә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Музей#Мәҙәниәт

Дәүләт милке менән идара буйынса федераль агентлыҡ асыҡ һауала архитектура-этнография музейын булдырыу өсөн майҙаны 3 гектарҙан ашыу ер участкаһын Башҡортостан милкенә тапшырҙы. Был хаҡта ведомствоның сайтында хәбәр ителә.
Бүленгән биләмәлә археологик фондһаҡлағыс менән асыҡ һауала «Атайсал — ата-бабалар ере» архитектура-этнография музейын асыу күҙаллана. Асыҡ һауала башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын тәшкил иткән архитектура һәйкәлдәре урынлаштырыла тип билдәләнә, был иһә объектты республиканың туристик маршруттарына индерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Урман-парк зонаһын ҡала һәм республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙы ойоштороу өсөн файҙаланыу ниәте бар.
Хәбәр ителеүенсә, музей Башҡортостандың Һынлы сәнғәт музейы биләмәһендә урынлаштырыла.
Читайте нас: