Ивановка – ике Советтар Союзы Геройы, өс генерал тәрбиәләгән үҙенсәлекле ауыл. Урындағы мәктәпкә Василиий Утин исемен биреү тураһындағы ҡарар 1969 йылда уҡ ҡабул ителеп, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында аҙағынаса еткерелмәй. Ниһайәт, ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс, уҡыусылар үҙҙәрен тулы хоҡуҡлы «утинсылар» тип йөрөтә ала.
- "Дәүләкән районында дүрт Советтар Союзы Геройы бар, шуларҙың икәүһе беҙҙең ауылдан. Беҙҙең уҡыусылар өсөн бик мөһим эш. Патриотик эш алып барыла. Геройҙарыбыҙҙы белергә тейештәр", - тип хәбәр итте Ивановка төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Венер Мәүлийәров.
Политрук урынбаҫары 22 йәшлек Василий Утин Украинаның Дебальцево ҡалаһы эргәһендәге алышта тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Уң ҡулын мина ярсығы өҙгәндән һуң да, үҙендә көс табып, яугирҙарын атакаға күтәргән ул. Геройҙың исеме аҙаҡ 95-се сик буйы отрядының Калининград өлкәһе Багратионовск ҡалаһында урынлашҡан 6-сы заставаһына бирелә. Ҡаланың бер урамы Василий Утин исемен йөрөтә. Яугир образы Донецк өлкәһенең Шахтер районы Камышатка ауылында хәрби мемориалда һынландырылған. Башҡортостандың Баҡалы, Кушнаренко райондарында ла Василий Утин исеме менән бәйле иҫтәлектәр һаҡлана.
Мәғлүмәт һәм фото: bash.news