Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында 4 майҙан 7-һенә тиклем эш хаҡын түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты был көндәрҙә эшләмәү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡлана. Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, ойошмалар һәм власть органдары 1 майҙан 10-ына хәтлем уларҙың эшләүен тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләргә тейеш. Хеҙмәткәрҙәрҙе уларҙың ризалығынан тыш та эшкә йәлеп итеүҙәре мөмкин.