Башҡортостанда урман янғындарына бәйле янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә. Бөгөнгә республикала 3 067 янғын сыҡҡан, шуның 460-ы — ҡоро үләндең яныу осрағы. Республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов бөгөн ташҡынға арналған брифингта ошо турала белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, утта бөтәһе 105 кешенең, шул иҫәптән алты баланың ғүмере өҙөлгән, 89-ы зыян күргән. Һуңғы тәүлектә 43 янғын теркәлгән, 17-һенә ҡоро үләндең янып китеүе сәбәпсе.
«Республикабыҙ ҙур, ҡайҙалыр һыу баҫа, ҡайҙалыр ҡоро һауа торошо. Кисә ҡоро үләнгә ут тоҡаныуҙың өс осрағы булһа, бөгөн иһә 17», – тине Эдуард Иҙрисов.
Дөйөм алғанда, 99% осраҡта янғындарҙың сәбәбе – кеше факторы, тип билдәләне ул.
«Йыш ҡына янғындарҙың 61% – ут менән һаҡһыҙ эш иткәндә, 43% — иҫерек булғанда, 25% йоҡлаған саҡта сыға. Шуға күрә өйҙә янғын тураһында хәбәр иткән төҙөк прибор булырға тейеш», – тип өҫтәне республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары.