Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 09:30

Бөгөн республикала йәшәүселәр пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү буйынса һорауҙар бирә ала.

Бөгөн иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү, өлкән быуын кешеләренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итеү ойошторола. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҠабулИтеү #БерҙәмРәсәй

Бөгөн иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә пенсияны һәм социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү, өлкән быуын кешеләренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Унда Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары вәкилдәре, Рәсәй Пенсия фондының республика идаралығы, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре, шулай уҡ илдең Юристар ассоциацияһы ағзалары ҡатнаша.
Граждандарҙы ҡабул иткәндә тура бәйләнеш телефоны эшләй: (347) 226-78-25. Шулай уҡ +7 903 353 11 03 номерына (WhatsApp) хәбәр ебәрергә мөмкин. Халыҡты ҡабул итеү Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса ойошторола.
Читайте нас: