Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 12:00

Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Польшалағы уйында титулын яҡлай

Польшала шашка буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина (Өфө, Рәсәй) һәм дәғүәсе Наталия Садовска (Варшава, Польша) араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеме өсөн уйын бара. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Спорт#Шашка

Польшала шашка буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина (Өфө, Рәсәй) һәм дәғүәсе Наталия Садовска (Варшава, Польша) араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеме өсөн уйын бара.
Әле иҫәп Польша спортсыһы файҙаһына 20:16. Матч туғыҙ раундтан тора, һәр береһендә 12-шәр мәрәй уйнатыла. Уйында еңеүсе 54-тән күберәк мәрәй йыйырға тейеш. Бөгөн ял, шишәмбе, 27 апрелдә, матч дауам итә.
Донъя тажы өсөн алыш 3 майҙа тамамлана. Яҡташыбыҙҙың алышын халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеме өсөн матчтың сайтында күҙәтеп барырға мөмкин.
Читайте нас: