Бала саҡтан уҡ ауыл эшенә егелә. Бесәнен дә саба, мал ҡараша, һауынсыларҙы ла алмаштыра. Әммә күңеле моңға тартыла. Шул сәбәпле гармун һатып ала һәм ауыр эштән һуң киске уйындарҙа бөтәһен дә бейетеп күңел, моң байрамы бүләк итә. Һуңынан Өфө сәнғәт училищеһының хор-дирижер бүлеген тамамлай. Студент йылдарында табышҡан йәшлек дуҫтары уға әле лә тоғролоҡ һаҡлай.