Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 15:15

Элвин Грей үҙенең гонорарын тыуған яғындағы шишмәне төҙөкләндереүгә йүнәлтте

«Мин Өфөлә тыуып үҫтем. Тағы ла минең атайсалым бар – Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы. Ата-әсәйем шул яҡтан, уның менән бәйле хәтирәләр бик күп.Бала саҡтан каникулда өләсәйемдә ял итергә ярата инем, — тип яҙҙы Радик социаль селтәрҙә. — Ҡауарҙы ауылында шишмә бар. Ошо урынды матурлап, беседка төҙөргә теләйем. Яҡташтарыма һәм килгән ҡунаҡтарға ял итеү өсөн шәп урын булыр ине». #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Атайсал#ElvinGrey

Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) «Атайсал» проектында ҡатнаша. Ул Башҡортостандың Ғафури районындағы урынды төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә хәл итте.
«Мин Өфөлә тыуып үҫтем. Тағы ла минең атайсалым бар – Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы. Ата-әсәйем шул яҡтан, уның менән бәйле хәтирәләр бик күп.Бала саҡтан каникулда өләсәйемдә ял итергә ярата инем, — тип яҙҙы Радик социаль селтәрҙә. — Ҡауарҙы ауылында шишмә бар. Ошо урынды матурлап, беседка төҙөргә теләйем. Яҡташтарыма һәм килгән ҡунаҡтарға ял итеү өсөн шәп урын булыр ине».
«Ҡауарҙы ауылындағы Шишмәне төҙөкләндереү» проекты ataisal.ru сайтында теркәлгән дә инде.
Инициатор булараҡ, үҙемдән төп сумманы күсерҙем, тине артист. Ошо эштә теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин, йыйылған аҡса төҙөлөш материалдарын һатып алыуға йүнәлтелә.
Фото: Башинформ
Читайте нас: