Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 10:08

Башҡортостанда республика Башлығы ҡарамағындағы Геопарктар буйынса попечителлек советы булдырылды.

Башҡортостанда республика Башлығы ҡарамағындағы Геопарктар буйынса попечителлек советы булдырылды. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Геопарк#НацПроекты

Башҡортостанда республика Башлығы ҡарамағындағы Геопарктар буйынса попечителлек советы булдырылды. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Попечителлек советы республика геопарктарын үҫтереү сараларын тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты функцияларын үтәй. Эшмәкәрлектең маҡсаты — геопарктарҙы үҫтереү тәҡдимдәрен әҙерләү йәһәтенән урындағы үҙидара органдары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт власы органдары һәм ижтимағи, фәнни, эшлекле даирә вәкилдәренең үҙ-ара эш итеүе.
Указда советтың положениеһы һәм составы раҫланған. Попечителлек советының етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы Башлығы, рәйес урынбаҫары – хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәтенә эшсе төркөмдәрҙең составын раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Фото: Башинформ
Читайте нас: