Алдағы ике йылда илдең юғары уҡыу йорттарында 45 мең бюджет урыны булдырыла.
Уларҙың кәмендә 70 проценты төбәктәргә бирелә. Был турала Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй президенты белдерҙе. Владимир Путина һүҙҙәренсә, 100 университетҡа 100 миллион һумлыҡ грант тапшырыу ҡарала. Был сумма технопарк асыу һәм уҡыу базаһын яңыртыу маҡсатында ҡулланыла.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, республикала берлектә эшмәкәрлек алып барған 3 фәнни учреждение бар. Ил етәксеһенең башланғысы уларҙың һанын арттырыу мөмкинлеге бирә.
Алдағы йылдарҙа республика мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн 30 мең өҫтәмә урын булдырыла.