Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 22:37

Радий Хәбиров - Мөрәжәғәтнамә тураһында

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен еткереү тантанаһында ҡатнашты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Путин#РадийХәбиров

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен еткереү тантанаһында ҡатнашты.
“Манеж” күргәҙмәләр залында үткән сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар, төбәктәрҙең ҡанунәит йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
– Мин һәр ваҡыт Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһен айырым хистәр менән көтөп алам һәм, тыңлағас, шатлыҡлы тойғолар менән сығам. Сөнки беҙ бында илебеҙҙең артабан нисек үҫешеүе тураһында мәғлүмәт һәм йүнәлеш алабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Алдан күҙаллауымса, күберәк кешеләр һәм уларға ярҙам итеү саралары тураһында әйтелде. Тулы булмаған ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу – бик мөһим башланғыс. Бындай ғаиләләрҙә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға 5650 һум түләнәсәк. Ауыр матди хәлдә булған һәм иртә срокта иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә етди ярҙам күрһәтеләсәк – айына 6350 һум. Мәктәп уҡыусылары тәрбиәләнгән ғаиләләр өсөн дә яҡшы ғына ярҙам ҡаралған. Президент август айында улар өсөн бер тапҡыр 10-ар мең һум аҡса түләйәсәк. Бында буласаҡ беренсе кластар ҙа инәсәк. Күренеүенсә, Мөрәжәғәтнамәнең социаль блогы бик етди булды.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә төбәктәр өсөн дә ярҙам төрҙәре күп булды.
– Рәсәйҙә үҫешкә тәғәйенләнгән проекттар өсөн инфраструктура займдары институты формалашасаҡ, тиелде. Владимир Путин был аҡсаларҙы кешеләр тормошо сифатын яҡшыртыу, юлдарҙы яңыртыу, төҙөкләндереү, туриндустрия объекттарын булдырыуға йүнәлтергә ҡушты. Бындай проекттар беҙҙең республикала бөгөндән бар, тик уларға ярҙам итергә, артабан хәрәкәт иттерергә кәрәк. Тап ошо күрһәткес буйынса беҙҙең Хөкүмәттең төҙөлөш, финанс һәи иҡтисади блогы эшмәкәрлеген баһалаясаҡмын, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, Мөрәжәғәтнамә бик йөкмәткеле, үтә ваҡытлы һәм мөмкин булғанса урындағы кешеләр тормошона яҡын булды. Бының өсөн беҙ Президентыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ!
Мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстарҙы иғтибарлап өйрәнергә һәм тиҙ арала уларҙы тормошҡа ашыра башларға ҡушты.
Читайте нас: