Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 09:57

Радий Хәбиров Өфөлә яңы медицина үҙәген асыуҙа ҡатнашты

GIM-cliniс клиникаһы ҡаланың үҙәгендә тарихи биналарҙың береһендә урынлашҡан. Медицина үҙәген асыу проекты 2018 йылдың декабрендә “Инвестиция сәғәте” ултырыштарының береһендә ҡаралғайны. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#РадийХабиров

GIM-cliniс клиникаһы ҡаланың үҙәгендә тарихи биналарҙың береһендә урынлашҡан. Медицина үҙәген асыу проекты 2018 йылдың декабрендә “Инвестиция сәғәте” ултырыштарының береһендә ҡаралғайны. Проект 1 миллиард һумға баһалана. Республика Башлығы билдәләүенсә, клиникала балалар һәм өлкәндәр өсөн юғары технологиялы медицина хеҙмәте күрһәтелә. Инвестор, “Уфимкабель” ойошмаһы етәксеһе Илдар Ғималетдинов әйтеүенсә, медицина үҙәге Европалағы клиникаларҙан ҡалышмай. Лабораториялар заманса ҡорамалдар менән йыһазаландырылған, киләсәктә балалар өсөн госпиталь комплексы асыу ҡарала.
Читайте нас: