Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 08:45

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала архив материалдарҙың дүрттән бер өлөшө һанлаштырылған.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала архив материалдарҙың дүрттән бер өлөшө һанлаштырылған. Был турала учреждениеның 185 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла билдәләнде. Сарала ҡулъяҙмалар, һирәк баҫмаларҙы һаҡлау мәсьәләһе күтәрелде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#МиллиКитапхана#Мәғариф

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала архив материалдарҙың дүрттән бер өлөшө һанлаштырылған. Был турала учреждениеның 185 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла билдәләнде. Сарала ҡулъяҙмалар, һирәк баҫмаларҙы һаҡлау мәсьәләһе күтәрелде.
Видеобәйләнеш аша үҙ фекерҙәрен Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әзербайжан белгестәре еткерҙе. Бөгөн Башҡортостандың Милли китапханаһында өс миллион өс йөҙ мең дана архив документтар, ҡулъяҙмалар, китаптар һаҡлана. Материалдарҙың күбеһе сит ил ғалимдары өсөн дә ҡыҙыҡлы.
Фото: https://bash.news
Читайте нас: