Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 22:31

Беҙ күперҙәрҙе яндырырға теләмәйбеҙ, әммә...

Президент Владимир Путиндың быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе башлыса эске сәйәсәткә, социаль блокка, кешеләргә һәм төбәктәргә ярҙам итеүгә арналһа ла, ул бер аҙ иғтибарҙы тышҡы сәйәсәткә лә бүлде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ПосланиеПрезидентаРФ#Путин

Президент Владимир Путиндың быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе башлыса эске сәйәсәткә, социаль блокка, кешеләргә һәм төбәктәргә ярҙам итеүгә арналһа ла, ул бер аҙ иғтибарҙы тышҡы сәйәсәткә лә бүлде.
Владимир Владимирович белдереүенсә, Көнсығыш тарафынан Рәсәйгә ҡарата дуҫтарса булмаған акциялар туҡтамай. Ул ҡайһы бер дәүләттәрҙең беҙҙең илгә ҡарата булған эшмәкәрлеген Киплингтың “Джунгли китабы”ндағы Табака шакалы менән сағыштырҙы. “Беҙ реаль тормошта нимә барғанын күреп торабыҙ. Рәсәйҙе бер сәбәпһеҙ йә тегендә, йә бында “эләктерәләр”. Улар янында шунда уҡ Шерхан янындағы кеүек ваҡ Табакалар әйләнә башлай. Барыһы ла Киплингтағыса. Башлыҡтарының күңелен күрер өсөн олойҙар”, – тип бик ҡаты әйтте Владимир Путин.
Дәүләт башлығы белдереүенсә, Рәсәй “күперҙәрҙе яндырырға теләмәй”, әммә, кәрәк була ҡалһа, ҡаты яуап саралары индерәсәк.
"Рәсәйҙең үҙ мәнфәғәттәре бар, һәм, әлбиттә, беҙ уларҙы башҡа дәүләттәр кеүек үк халыҡ-ара хоҡуҡ сиктәрендә яҡлаясаҡбыҙ. Әгәр кемдер беҙҙең изге ниәттәрҙе битарафлыҡ йәки йомшаҡлыҡ тип ҡабул итә һәм үҙе “күперҙәрҙе шартлата” икән, Рәсәйҙең дә шулай уҡ яуап бирәсәген белеп торһон. Беҙ ҙә тиҙ һәм ҡаты буласаҡбыҙ", – тине Владимир Путин.
Читайте нас: