Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, аҡса социаль объекттар төҙөлөшө өсөн тотонола. Бынан тыш, юл һалыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, газ һәм һыу үткәреү ҡарала. Ауылдарҙы комплекслы үҫтереү программаһы 2023 йылғаса иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең республикаға федераль үҙәктән яҡынса 6 миллиард һум бүленә.