Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 11:07

Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡанун үтәлеше буйынса ултырыш үткәрҙе.

Был мәсьәлә төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләгән координация кәңәшмәһендә ҡаралды. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, быйыл республикала милли проекттар өсөн 26 миллиард ярым һум бүленгән. Һәр өс ай һайын проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса хисап бирелә. Әммә етешһеҙлектәр юҡ түгел. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РадийХәбиров#НацПроекты

Был мәсьәлә төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләгән координация кәңәшмәһендә ҡаралды. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, быйыл республикала милли проекттар өсөн 26 миллиард ярым һум бүленгән. Һәр өс ай һайын проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса хисап бирелә. Әммә етешһеҙлектәр юҡ түгел. Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников ҡайһы берҙәренә туҡталып үтте. “Демография” милли проекты буйынса ҡанунды боҙоу осраҡтары йышыраҡ теркәлгән. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары һәм Стәрлетамаҡта балалар баҡсалары ваҡытында файҙаланыуға тапшырылмаған. Төрлө ваҡиғалар буйынса ете енәйәт эше ҡуҙғатылған. Радий Хәбиров Хөкүмәткә етештеһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә ҡушты.
Читайте нас: