Доклад әҙерләүҙә төрлө министрлыҡ һәм ведомстволарҙан 100-гә яҡын белгес ҡатнаша. Аҙаҡ дәүләт башлығы төҙәтмәләр индереп сығыш яһай. Шуға Мөрәжәғәтнамәгә тиклем бер кем дә уның эстәлеген тулыһынса белмәй, тип хәбәр итәләр Рәсәй Президенты хакимиәтенән. Шуныһы билдәле, Владимир Путин сығышында коронавирус менән көрәш сараларын дауам итеү, шул иҫәптән ғаиләгә һәм бизнесҡа артабан ярҙам итеү, халыҡҡа вакцинация үтеү мөһимлеген аңлатыу һәм пенсия түләүҙә үҙгәрештәргә туҡталып үтергә йыйына.