Ағиҙел
-5 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 08:16
Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты етәксеһе Учалы районындағы аяныслы хәлде шәхси контролгә алды
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сәфәр ауылында йәшәүсе 4 йәшлек малайға йәшәгән йорто эргәһендә берәҙәк эт өйөрө ташланған. Ауыр йәрәхәтләнгән баланың ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә. Прокуратура осраҡ буйынса тикшереү үткәрә. Урындағы үҙидаралыҡ органдарының кешеләр именлеген тәьмин итеү һәм берәҙәк эттәрҙе аулау өсөн күрелгән эшмәкәрлеге тикшерелә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#УчалыРайоны#Фажиғә
Сәфәр ауылында урам буйында эттән таланған сабыйҙың кәүҙәһен тапҡанда малайҙы ҡотҡарырға һуң була Берәҙәк эттәр һөжүменән йән биргән баланы артабан өйөр өҙгөләгән дә булыр ине. Уларҙы шаһиттар ҡыуып ебәргән.
Берәҙәк эттәр малайҙың битен, башын, муйынын өҙгөләгән. Уның кәүҙәһен тапҡан күршеләре тик йыртылған таныш кейемдәр аша ғына дүрт йәшлек Илнар икәнен таныған. Ун көндән малайға биш йәш тулырға тейеш булған.
Ҡот осҡос хәл теркәлгән көндө малай көндөҙгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә урамға велосипедта йөрөргө сыҡҡан. Ғәҙәти маршрут буйынса йөрөп килгән балаға өйөнә ҡайтып етергә илле метр самаһы ҡалғас уға эт өйөрө ташланған. 8 берәҙәк сабыйҙы бер нисә минут эсендә өҙгөләй. Урындағы етәкселәр әйтеүенсә, быға тиклем ауыл халҡы эттәргә зарланып мөрәжәғәт иткән осраҡтар булған. Бөтә заявкалар район хакимиәтенә ебәрелгән.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, балаға ташланған эттәр араһында ғаиләнең үҙҙәренең дә эте булған. Йорт хайуанына эттәр өйөрө ташланып малай үҙенең этен һаҡларға тырышҡан булған тигән фараздар ҙа бар.
Әле балаға ташланған эттәр махсус приютҡа карантинға оҙатылған. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышын Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин шәхсән контролгә алған. Учалы районында берәҙәк эттәрҙе аулаусы ойошмалалар эшмәкәрлеге тикшерелә. Сәфәр ауылы буйынса кешеләрҙең именлеген урындағы шәхси эшҡыуар тәьмин итергә тейеш булған.
Малайҙың үлемендә ғәйепләнеүселәр биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Законға ярашлы, төбәктә берәҙәк эттәргә эвтаназия үткәреү тыйыла. Интернет селтәрендә балаларҙың ғүмере өсөн борсолған ата-әсәләр был закондан баш тартыуҙы һорап петиция ойошторған.
Мәғлүмәт һәм фото bash.news сайтынан алынды.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?