Бәрәкәтле Ғафури ерендә үткән “Медиайыйын”да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдынғы журналистарға, тармаҡҡа оҙаҡ йылдар тоғро булған тырыш, намыҫлы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Улар араһында ғүмер буйы журналистика менән бер рәттән әҙәбиәткә лә фиҙакәр хеҙмәт иткән шағирә Тамара Юлдашева менән драматург Рәлиф Кинйәбаев та бар.
Байтаҡ йылдар “Аҡбуҙат”ты етәкләп, уны яңы баҫҡысҡа күтәргән Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашеваны – Салауат Юлаев ордены, ә элекке хеҙмәттәшебеҙ, бөгөн “Һәнәк”тең баш мөхәррире булып эшләгән Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаевты Халыҡтар дуҫлығы ордены бирелеүе менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәләмдәштәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ илһам сығанағы, оҙон ижади ғүмер теләйбеҙ!