Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 13:26

Өфөнөң ике майҙансығында Еңеү көнө уңайынан салют була.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын Өфө Еңеү паркына сәскәләр һалыу менән билдәләй. Октябрь проспектында шәхси составтан мең ярым кеше ҡатнашлығында парад ойошторола, ҡунаҡтар өсөн трибунаға 100 һуғыш ветераны саҡырыла. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЕңеүКөнө#9Май

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын Өфө Еңеү паркына сәскәләр һалыу менән билдәләй. Октябрь проспектында шәхси составтан мең ярым кеше ҡатнашлығында парад ойошторола, ҡунаҡтар өсөн трибунаға 100 һуғыш ветераны саҡырыла.
«Ошо көндәрҙә Рус академия драма театры алдындағы майҙанда хәрби техниканы ҡарарға мөмкин. Күргәҙмәгә Алкин бригадаһының хәрби техникаһы, ретроавтомобилдәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника ҡуйыла. Красногорск ҡалаһынан Вадим Задорожныйҙың техника музейынан да техника килтерелә», — тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Байрам Өфөнөң ике майҙансығында: Ленин исемендәге майҙанда һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һарайы алдында салют менән тамамлана.
Читайте нас в