Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 22:55

Башҡортостан Башлығы милли журналистиканы реабилитациялауға йүнәлеш бирҙе

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров журналистиканы илебеҙ мәнфәғәте һағында торған мөһим тармаҡ тип белдерҙе һәм һуңғы йылдарҙа ауыр хәлдә булған матбуғат өлкәһенә дәүләт ярҙамы буласағын хәбәр итте.

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров журналистиканы илебеҙ мәнфәғәте һағында торған мөһим тармаҡ тип белдерҙе һәм һуңғы йылдарҙа ауыр хәлдә булған матбуғат өлкәһенә дәүләт ярҙамы буласағын хәбәр итте.
Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһында уҙған «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы сиктәрендә бөгөн журналистар Радий Фәрит улы менән осрашып, тармаҡтағы кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе уртаға һалып фекер алышты.
Йыйын һөҙөмтәле булды. Республика Башлығы иңенә шундай яуаплы бурыстар һалынған өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыу, матбуғат сараларына гранттар бүлеү, Матбуғат йортон реконструкциялау кеүек мөһим проблемаларҙың ыңғай хәл ителәсәген һөйөнсөләне, уның был һүҙҙәрен журналистар алҡышлап ҡаршы алды. Икенсе яҡлап, Р.Ф . Хәбиров: “Беҙ яҡты көстәргә, изгелеккә бергәләп хеҙмәт итеүсе берҙәм команда!” – тип, киң мәғлүмәт сараларының дәүләтебеҙҙең төп терәге лә икәнлеген, хөкүмәт стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа журналистарға таяныуын әйтеп, оло ышанысын да күрһәтте.
Ойоштороусыларға афарин, заманса форматта үткәрелгән “Медиайыйын” үҙ маҡсаттарына иреште. Республика Башлығы менән асыҡтан-асыҡ диалог уртаҡ ныҡышмаллыҡ менән тармаҡтың байтаҡ проблемаларын урында хәл итә алды һәм шуның менән журналистарҙың күңелен күтәреп кенә ҡалманы, тағы ла сәмләнеберәк эшләргә ҡанатландырҙы.
Читайте нас: