Журналыбыҙҙың бүлек мөхәррире Гөлнара Нәжип ҡыҙы Хәлфетдинова Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ. Уға яңынан-яңы үрҙәр, артылыштар, ижади уңыштар, артабан да илһамланып ижад итеүен һәм халҡыбыҙҙы ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!