Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 16:20

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенә эште автоматлаштырыу яңы системаһы индерелгән

Акционерҙар йәмғите технологик процесҡа автоматлаштырылған идара итеү системаларын БР-ның Илеш районы Андреевка-ПП нефть ҡыуыу станцияһына файҙаланыуға тапшырҙы.
Элекке эш системалары урынына хәҙер заманса технологик процесҡа автоматлаштырылған идара итеү системаһы сафҡа индерелде. Ул микропроцессор базаһы сиктәрендә ҡуйылған.
Был ҡорамалдарҙы урынлаштырыу завод бинаһындағы кеүек махсус модулдәр, үҙәк шкаф контроллеге һәм объект бәйләнеше ҡорамалы ҡороп ҡуйылған. Улар сигналдарҙың дөрөҫ эшләүен тикшерергә , көс ҡорамалдары, микроклимат,йылытыу системалары өсөн тәғәйенләнгән.
Шулай уҡ, контроль-үлсәү аппаратураһы өсөн махсус кәштәләр, ярҙамсы системаларҙың технологик ҡорамалдарын контролдә тотоу өсөн һайлама баҫым һәм температура үлсәү төйөндәре алыштырылған.
Хәҙер система операторы эшендә уңайлы шарттар тыуҙырылған: ҡорамалдарҙың технологик процестары һәм параметрҙарҙы тураһында мәғлүмәттәр бар. Кәрәк булһа, система үҙе ҡорамалдарҙың хәүефһеҙ торошон тәьмин итә.
Станцияла янғын хәүефһеҙлеге лә көсәйтелгән: автоматик янғын һүндереү ҡоролмалары системаһы булдырылып, янғын һүндереү сигнализацияһы яңыртылһа, янғындан һаҡлау бүлектәре иһә , мәғлүмәт функцияларын сағылдырған ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Технологик процесҡа автоматлаштырылған идара итеү системаһын ҡуйыу өсөн 33 километр алыҫлығындағы кабель һуҙылған.
« Андреевка-ПП” нефть ҡыуыу станцияһының системаларын яңыртыу ҡорамалдарҙың ышаныслы булыуын ғына түгел, файҙаланыуҙың хәүефһеҙ булыуын да күҙ уңына ала.
Читайте нас: