Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 09:27

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Милли социаль башланғыс проекты буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

Унда Рәсәй Дәүләт Советы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы президиумдарының уртаҡ ултырышына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Сара бөгөн үтә. Милли социаль башланғыс проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Әле ул алты төбәк, шул иҫәптән Башҡортостанда, һынала. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РадийХәбиров#НацПроекты

Унда Рәсәй Дәүләт Советы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы президиумдарының уртаҡ ултырышына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Сара бөгөн үтә. Милли социаль башланғыс проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Әле ул алты төбәк, шул иҫәптән Башҡортостанда, һынала. Милли социаль башланғыс – халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн сараларҙы эсенә ала. Проектҡа мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү һәм мәшғүллек өлкәләре инә. Һәр берендә 10 йүнәлеш һайлап алына һәм уларҙың сифатын яҡшыртыу бурысы ҡуйыла. Мәҫәлән, баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу, табипҡа яҙылыу, эшкә урынлашыу кеүектәре бар. Семинар-кәңәшмәлә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе артабан камиллаштырыу тәҡдим ителде.
Читайте нас: